“ВЕЛИКАЯ РОССИЯ” (“Бөйөк Рәсәй”), ижт.‑сәйәси гәзит. 11‑се Урал уҡсылар див. 41‑се Урал уҡсылар полкы, 1919 й. апр. алып — Көнбайыш армия штабы, май айынан Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәте органы. 1919 й. 21 мартынан 20 майына тиклем Өфөлә урыҫ телендә (бөтәһе 54 һан) сыға. Гәзит биттәрендә совет власына ҡаршы мәҡәләләр, Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: В.Зенин, А.Сидоров.  

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика