ИҠТИСАДИ РЕФОРМАЛАР, иҡтисад Башҡортостанда тәүге И.р. 1950 й. Х.Я.Тахаев тарафынан терр‑яларҙа халыҡтың тығыҙлығы һәм урынлашыу кимәле, транспорт шарттары һәм производство бәйләнештәре б‑са үткәрелә, иҡт.‑геогр. райондар бүленә: Үҙәк Ағиҙел буйы Башҡортостаны (төбәктәр: Өфө һәм Стәрлетамаҡ), Көнбайыш Башҡортостан, Төньяҡ Башҡортостан (Түб. Ағиҙел-Танып һәм Төньяҡ-Көнсығыш), Таулы Башҡортостан (Белорет-Егән һәм Көньяҡ-Көнсығыш). В.Н.Кузнецов һәм М.Д.Маслов тарафынан транспорт үҙәктәре барлыҡҡа килеү нигеҙендә транспорт‑иҡт. райондар айырыла: Үҙәк Ағиҙел буйы (төбәктәр: Өфө, Стәрлетамаҡ—Күмертау т. юлы участкаһы), Көнбайыш (Волга-Бөгөлмә һәм Шишмә—Абдуллин т. юлы участкалары), Төньяҡ (Ҡазан—Свердловск т. юлы, Түб. Ағиҙел, Ҡариҙел й. һәм Төньяҡ-Көнсығыш участкалары) һәм Таулы Башҡортостан (Белорет тар колеялы т. юлы, Орск—Ырымбур, Учалы—Мейәс, Магнитогорск—Сибай участкалары). 1965 й. М.Ф.Хисмәтов 4 иҡт.‑геогр. районды бүлеп күрһәтә: Урта Ағиҙел буйы, Көнбайыш, Төньяҡ һәм Таулы Башҡортостан. 70‑се йй. Ғ.З.Хәмиҙуллин һәм Р.М.Зөфәров пр‑тиеларҙың урынлашыуы нигеҙендә, тәбиғи‑иҡт. шарттарҙы иҫәпкә алып, 2 провинция, 7 зона, 16 а.х. райондарын айыра. 1969—89 йй. СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә (М.Н.Иҫәнбаев һ.б.) БАССР‑ҙың иҡт. төбәктәре барлыҡҡа килеү мәсьәләләре өйрәнелә, тәбиғи‑иҡт. шарттар һәм ресурстар барлығы, сәнәғәт производствоһының терр. тупланыу кимәле (үҙәк, көньяҡ, көнбайыш, төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш, Урал иҡтисади төбәктәре; Стәрлетамаҡ-Салауат, КүмертауМәләүез, Туймазы-Октябрьский, Бәләбәй-Дәүләкән, Белорет-Учалы, Сибай-Баймаҡ соц.‑иҡт. системалар төркөмө), тармаҡтар төҙөлөшө үҙенсәлектәре, производствоны махсуслаштырыу йүнәлештәре һәм производство‑иҡт. бәйләнештәр б‑са И.р. уҙғарыла. 90‑сы йй. Хисмәтов тарафынан тәбиғәт шарттары ярашлығы, тармаҡ һәм тармаҡ‑ара комплекстар һәм сәнәғәт узелдарының урынлашыуы нигеҙендә Урал алды һәм Урал соц.‑иҡт. райондар айырыла; М.Н.Иҫәнбаев тарафынан БР терр‑яһында территориаль‑производство комплекстарының урынлашыуы б‑са төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәк, төньяҡ иҡтисади төбәк, төньяҡ-көнсығыш иҡтисади төбәк, көнбайыш иҡтисади төбәк, үҙәк иҡтисади төбәк, көньяҡ иҡтисади төбәк, Урал иҡтисади төбәге бүленә. КПСС ҮК Пленумының 1965 й. 29 сент. ҡабул ителгән “Сәнәғәткә идара итеүҙе яҡшыртыу, планлаштырыуҙы камиллаштырыу һәм сәнәғәт производствоһын иҡтисади дәртләндереүҙе көсәйтеү тураһында” ҡарарына ярашлы, реформа (Косыгин реформаһы) башлана, уның б‑са халыҡ хужалығы м‑н идара итеүгә иҡт. алымдар индереү, пр‑тиеларҙың, берекмәләрҙең һәм ойошмаларҙың хужалыҡ итеүҙә үҙаллылығын киңәйтеү, производство һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн матди дәртләндереү саралары индереү ҡарала. Совнархоздар бөтөрөлә һәм тармаҡ б‑са дөйөм союз, союзресп. министрлыҡтары һәм ведомстволары ҡабаттан тергеҙелә, директив план күрһәткестәре һаны 30‑ҙан 9‑ға тиклем ҡыҫҡартыла; пр‑тиелар производство ойоштороуҙың шәхси һығылмалы системаларын үҙ аллы эшләй. Хаҡтар сәйәсәтенә ярашлы, һатыуҙың күмәртә хаҡтары табышты һәм рентабеллелекте тәьмин итә. А.х. продукцияһының һатып алыу хаҡтары күтәрелә, пландан тыш алынған уңышҡа льготалы түләү индерелә, запчастарға һәм техникаға хаҡтар, крәҫтиәндәр өсөн килем һалымы нормалары кәметелә. Мәҫ., 1969—71 йй. “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда Башҡ‑н иҡт. эксперименты үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә пр‑тие биш йыллыҡ планды 2,5 йылда үтәй: етештереү күләме — 32%‑ҡа, хеҙмәт етештереүсәнлеге — 33,7%‑ҡа, уртаса эш хаҡы 20,1%‑ҡа арта; эшләүсе персонал һаны 1467 кешегә ҡыҫҡара (бушатылған эшселәр иҫәбенә сафҡа индерелгән башҡа производстволар комплектлана). 1966—79 йй. СССР‑ҙа уртаса йыллыҡ милли килемдең үҫеш темпы 6,1% тәшкил итә. 90‑сы йй. И.р. барышында планлы иҡтисадтан милек һәм идара итеүҙең күп төрлө формалары булған баҙар иҡтисадына күсеү тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә тышҡы сауҙа реформалары, хаҡтарҙы либералләштереү, хосусилаштырыу уҙғарыла. 1998 й. 1000:1 коэф. м‑н деноминация үткәрелә. Экспорттан килгән төп килем сығанағы булып сеймал ресурстары тора. Иҡт. секторҙары араһындағы тигеҙһеҙлек халыҡ килемендәге айырымлыҡтарҙың ҡырҡа үҫеүенә килтерә; эшһеҙлек кимәле арта, тотороҡло валютаға ҡарата һумдың курсы түбәнәйә, түләмәү көрсөгө һәм аҡса м‑н иҫәпләшеүҙе бартерға әйләндереү, сәнәғәт производствоһы структураһында үҙгәрештәр (фәнгә таянған производстволар кәмеүе, яңы технологияларҙы туҡтатыу) һ.б. барлыҡҡа килә. БР‑ҙа И.р. төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып үткәрелә; фәнгә таянған һәм юғары технологиялы продукция етештереү күләмдәрен арттырыуға, прогрессив технологиялар ҡулланыуға, инновацион менеджмент кимәлен күтәреүгә (ҡара: Иҡтисади инновация), иҡтисадтың сеймалға йүнәлтелеүен кәметеүгә, тәбиғи һәм а.х. сеймалын сәнәғәт эшкәртеүенә йәлеп итеүгә, тармаҡ-ара һәм тармаҡ эсендәге диспропорцияларҙы бөтөрөүгә, экспортҡа йүнәлтелгән производстволарҙы үҫтереү нигеҙендә экспорт һәм импорт структураһын камиллаштырыуға, һөҙөмтәле тышҡы иҡт. эшмәкәрлек алып барыуға (ҡара: Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр), бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә (ҡара: Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге), РФ төбәктәре м‑н иҡт. хеҙмәттәшлеккә һ.б. йүнәлтелгән. 2009 й. (2000 й. м‑н сағыштырғанда) тулайым төбәк продукты һәм сәнәғәт етештереүе — 1,5 тапҡырға, а.х. тулайым продукты — 1,4, төп капиталға инвестициялар 1,8 тапҡырға арта; 10,1 млн м2 ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Шулай уҡ ҡара: Милли иҡтисад.

Ҡ.Н.Йосопов, Д.Х.Мусина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке