ИҠТИСАДИ ИНТЕГРАЦИЯ, милли иҡтисадта төбәк эсендәге, төбәкара һәм халыҡ‑ара тотороҡло бәйләнештәрҙең эҙмә‑эҙлекле үҫеше процесы. И.и. макроиҡтисад кимәлендә түбәндәге формаларға бүләләр: өҫтөнлөклө (льготалы), ирекле сауҙа зоналары; дөйөм баҙар; иҡт., таможня, иҡт. һәм валюта союздары; микроиҡтисади — пр‑тиеларҙың И.и. (бербереһен тулыландырыусы тауар етештерә), вертикаль (етештереүсе пр‑тие, һатып алыусы, аҙаҡҡы ҡулланыусы берләшә), горизонталь (иҡт. бер тармағы пр‑тиелары), әйләнешле (төрлө тармаҡ пр‑тиелары). Иҡтисади районлаштырыу, етештереү көстәрен һөҙөмтәле урынлаштырыу, производствоны концентрациялау, производствоны комбинациялау, производствоны махсуслаштырыу, пр‑тиеларҙы берләштереү һәм район‑ара, халыҡара хеҙмәт бүленешендә уларҙың ҡатнашыуы нигеҙендә РФ һәм БР‑ҙың иҡтисади сәйәсәте сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 20 б. 20‑се йй. тиклем И.и. сәнәғәт пр‑тиеларын берләш-тереүҙән тора. 30‑сы йй. аҙ. алып халыҡ‑ара И.и. сауҙа, финанс, хеҙмәт ресурстары һәм капитал хәрәкәте, һауа транспортын көйләү һ.б. өлкәләрҙә үҫешә. 1949—91 йй. соц. илдәр араһында иҡт. һәм фәнни‑техник хеҙмәттәшлек Үҙ‑ара иҡт. ярҙам советы тарафынан тормошҡа ашырыла; уның сиктәрендә төҙөлгән Халыҡ-ара иҡт. хеҙмәттәшлек банкыһы (1963) һәм Халыҡ‑ара инвестиция банкыһы (1970) эшләй. 2009 й. БР донъяның 98 иле, РФ‑тың 80 субъекты м‑н үҙ‑ара хеҙмәттәшлек итә (ҡара: Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр); И.и. башлыса яғыулыҡ сәнәғәте, химия сәнәғәте, энергетика (“Башнефть” ААЙ, Белорет металлургия комбинаты, “Каустик”, “Газпром нефтехим Салават”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б.) пр‑тиелары ҡатнаша.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018