ИКМӘК БЕШЕРЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, икмәк, икмәк‑ҡалас һәм керәндилдең, дауалау һәм диетик икмәк изделиеларының төрлө сорттарын, шөкәрә етештереү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында И.б.с. икмәкхана һәм икмәк заводтарынан торған. 1930 й. Бәләбәй, Белорет, Өфө ҡҡ. пр‑тиелары “Башпромхлебопечение” Башҡ‑н өлкә икмәк бешереү тресына берләштерелә, 1936 й. республиканың бөтә икмәк бешереү пр‑тиеларын берләштергән Башҡ‑н икмәк бешереү сәнәғәте тресына нигеҙ һалына. 1967 й. Икмәк бешереү сәнәғәте идаралығы, 1970 й. БАССР‑ҙың Аҙыҡ‑түлек сәнәғәте министрлығы, 1986 й. Икмәк бешереү һәм макарон сәнәғәте идаралығы төҙөлә, 1988 й. “Башкирхлебпром” (“Б.”) икмәк бешереү һәм макарон пр‑тиеларының Терр. производство берекмәһе, 1992 й. “Б.” Икмәк‑ҡалас, макарон һәм кондитер изделиелары етештереү б‑са пр‑тиелар ассоциацияһы итеп (21 пр‑тие эшмәкәрлеген көйләй) үҙгәртелә, 1993 й. “Б.” АЙ, 1994— 2005 йй. “Башкирхлебпром компанияһы”. 2004 й. тармаҡта 469 пр‑тие һәм производство эшләй, улар араһында Бөрө икмәк комбинаты, Благовещен икмәк комбинаты, “Восход”, Ишембай икмәк комбинаты, Күмертау икмәк комбинаты, Нефтекама икмәк комбинаты, Октябрьский икмәк комбинаты, “Сибайхлеб”, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, Туймазы икмәк комбинаты, Өфө икмәк комбинаты №2. И.б.с. өлөшөнә БР‑ҙың аҙыҡ‑тәм сәнәғәте етештереү күләменең 22,7%‑ы тура килә (2004). Икмәк һәм икмәк‑ҡалас изделиелары эшләп сығарылған (мең т): 1940 й. — 203; 1960 — 246; 1980 — 490; 2000 — 174; 2010 — 146. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке