ЕТЕШТЕРЕҮ САРАЛАРЫ, матди байлыҡ етештереүҙә файҙаланылған матди ҡиммәттәр берлеге; йәмғиәттең етештереү көстәренең һәм илдең милли байлығының бер өлөшө. Е.с. хеҙмәт сараларына (улар ярҙамында кеше хеҙмәт предметына йоғонто яһай) һәм предметтарына (йоғонтоға бирелә торған төрлө материалдар һәм сеймал) айырып ҡарала. Оҙайлы ваҡыт һуҙымында файҙаланылған (1 йылдан ашыу) һәм хаҡы билдәләнгән норманан кәм булмаған хеҙмәт саралары төп фондтарға ҡарай; производство запастары (сеймал, материалдар, яғыулыҡ, запас частар, инструменттар, ҡиммәтле булмаған инвентарь), тамамланмаған етештереү һәм үҙ етештереүҙәге ярым фабрикаттар әйләнештәге фондтарға инә (ҡара: Әйләнештәге аҡсалар). Хеҙмәт предметына (машиналар, ҡорамалдар, инструменттар һ.б.) туранан‑тура йоғонто яһаған хеҙмәт саралары берлеге төп фондтарҙың актив өлөшө тип атала. Биналар, ҡоролмалар һ.б. пассив өлөшөн тәшкил итә. Иҡтисадтың йәшәү тәртибе Е.с. милек формаһы м‑н билдәләнә.

Башҡортостанда 2009 й. төп производство фондтарының хаҡы 366,6 млрд һум тәшкил иткән, төп капиталға инвестициялар күләме — 35,7 млрд һум (ҡара: табл.). Шулай уҡ ҡара: Инвестиция сәйәсәте.

В.Ҡ.Носратуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Башҡортостан Республикаһында иҡтисади эшмәкәрлектең төп күрһәткестәре*, млрд һумдарҙа

 

Төп фондтарҙың тулы иҫәбенең хаҡы

Төп капиталға инвестициялар

Файҙалы ҡаҙылмалар табыу

104,5

9,1

Эшкәртеү производстволары

185,4

21,3

Электр энергияһы, газ, һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү

76,7

5,3

*Эре һәм урта предприятиелар һәм ойошмалар иҫәпкә алынған.

Яндекс.Метрика