ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ, бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. И.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1988 й. И.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1998 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составы: респ. ҡалаларында һәм райондарында 56 ойошма. Ойошма ағзаларын эшкә урынлаштырыу өсөн махсус ЯСЙ‑лар асылған: “Дуҫлыҡ” ф‑каһы (Стәрлетамаҡ ҡ., тегелгән һәм трикотаж әйберҙәр), “Дуҫлыҡ” уҡыу-производство пр‑тиеһы (тегелгән әйберҙәр), “Совтехстром” пр‑тиеһы (уйынсыҡтар, канцелярия тауарҙа- ры), күп профилле “Стройпроект-сервис” төҙөлөш фирмаһы (ерләү әйберҙәре һәм кәрәк‑ярағы; бөтәһе лә — Өфө), “Хеҙмәт” уҡыу‑производство пр‑тиеһы (Нефтекама ҡ., махсус кейем һәм текстиль изделиелар). Ойошма 21419 инвалидты берләштерә (2010).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке