ҒИЛМИПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, фән һәм производствоны берләштереүҙе ойоштороу формаһы. Ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ, технологик ойошмаларҙы, тәжрибә производстволарын һәм заводтарҙы берләштергән берҙәм ғилми- производство һәм хужалыҡ итеү комплексы. ҒПБ‑ларҙа төп роль ғилми-техник йәмғиәттәргә (ҒТИ‑лар, КБ-лар) бирелә, производство пр‑тиелары тәж.‑һынау производствоһының продукцияны сериялы йәки күпләп етештереүгә ебәргәнгә тиклемге бөтә процестарын башҡарыусы тәж.‑һынау базаһы булып тора. Яңы изделиелар, яңы материалдар сығарыусы, прогрессив технологик процестар, автоматлаштырылған идара итеү системалары уйлап табыусы ҒПБ‑лар айырып йөрөтөлә. Шулай уҡ күп профилле ҒПБ‑лар бар. ҒПБ‑ның эшмәкәрлеге яңы продукцияны, техниканы, технологияны уйлап табыу һәм үҙләштереү ваҡытын ҡыҫҡартыуға, продукцияның сифатын яҡшыртыуға һ.б. булышлыҡ итә. Башҡортостанда төрлө йылдарҙа “Башбиомед”, БНИИЗиС‑тың “Башҡортостан”, “Динамика”, “Иммунопрепарат”, С.М.Киров ис. Башҡ‑н ҒПБ (ҡара: “БЭТО”), “Нефтеавтоматика”, “Нефтегазтехнология”, “Огнезащита”, “Полимер”, “Прополис”, “Пропосан”, “Салаватнефтемаш”, “Технолог” һ.б. ҒПБ‑лар ойошторола. Респ. ҡайһы бер пр‑тиелары сит төбәк ҒПБ‑лары составына ингән (ҡара: Конструкторҙар бюролары, “НИИнефтеотдача”, Яңыра торған энергия сығанаҡтары).

  Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика