АЗАМАТОВ Дамир Мостафа улы (5.5.1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2003). М.М.Азаматовтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) комсомол эшендә. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1976 й. — Бөрө пед. ин‑тының филос. каф. мөдире. 1978 й. башлап БДМУ‑ла эшләй (1983 й. алып филос. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда ижт.‑сәйәси һәм филос. фекер, мәғрифәтселек тарихына, мед. һәм һаулыҡ һаҡлауҙың соц.‑филос. проблемаларына арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Из истории развития общественно‑политической и философской мысли Башкирии конца XIX — начала XX в. Пермь, 1979; Социальная детерминированность внутриличностного конфликта (социально‑ философский анализ). Уфа, 2009 (авторҙ.); Здоровье молодёжи как общественная ценность в современном российском обществе. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Д.Ә.Нуриев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018