ЕҢЕЛ СӘНӘҒӘТ, башлыса киң ҡулланыу әйберҙәре етештереүсе сәнәғәт тармаҡтары берлеге. БР-ҙа туҡыу сәнәғәте, тегеү сәнәғәте, күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте, дуплау экстракттары сәнәғәттәренән тора. Башҡортостанда күн, буҫтау пр-тиелары һәм производстволары 19 б. башында (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинаты) барлыҡҡа килә. 1934 й. 16 туҡыу, 7 аяҡ кейеме, 13 тегеү пр-тиеһы, ш. иҫ. К.Е.Ворошилов ис. Өфө аяҡ кейеме ф-каһы (ҡара: “Башвест”), 8 Март ис. Өфө тегеү ф-каһы (ҡара: Өфө сәнәғәт-сауҙа тегеү фирмаһы) теркәлгән. 40-сы йй. — Бөрө тегеү фабрикаһы, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, 50—60-сы йй. “Ағиҙел” Башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе, Яңы Өфө тегеү ф-каһы (ҡара: “Мир”), Октябрьский тегеү фабрикаһы, Стәрлетамаҡ тегеү ф‑каһы (ҡара: “Одежда”) асыла. 1965 й. — 141, 1980 — 142, 2000 — 407, 2004 — 349 пр-тие һәм производство эшләй. Шулар араһынан иң ҙурҙары: Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе, Өфө кизе-мамыҡ комбинаты, Ишембай ойоҡ фабрикаһы, Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы. Еңел сәнәғәткә БР-ҙың дөйөм сәнәғәте продукцияһы күләменең 0,7%‑ы тура килә, яҡынса 16 мең кеше эш м‑н тәьмин ителә (2004; табл. ҡара). Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Башҡортостан Республикаһында еңел сәнәғәт продукцияһының төп төрҙәрен етештереү

Продукция төрҙәре

 1940

 1960

 1980

 2000

 2004

 2007

 2009

Әҙер туҡыма, мең м2

 606

 3250

 14103

 6203

 5234

 5501

 2519

Ойоҡ-ойоҡбаш, мең пар

 405

 4263

 19533

 10771

 11514

 9550

 8560

Трикотаж әйберҙәр, мең дана

 186

 428

 22596

 6023

 6206

 6318

 6216

Пальто, ярым пальто, мең дана

 1172

 707

 36

 2

 1

 0,2

Күлдәк (сарафан һәм халаттарҙы индереп), мең дан

 779

 4986

 88

 36

 31

 47

Салбар, мең дана

 736

 2835

 210

 31

 92

 50

Итәк, мең дана

 14

 115

 6

 8

 11

 41

Күн аяҡ кейеме, мең пар

 526

 3642

 7159

 1958

 1556

 1124

 1248

Баҫылған аяҡ кейеме, мең пар

 105

 298

 359

 61

 48

 23

 20

Яһалма йомшаҡ күн, мең м2

 28823

 11020

 14369

 13860

 7707

Яндекс.Метрика