ИШЕМБАЙ ШАРАП-АРАҠЫ ЗАВОДЫ, 1969 й. Ишембай шарап з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып И.ш‑а.з. ДУП‑ы, 2001 й. февр. — “Башспирт”тың бүлендек пр‑тиеһы, окт. — филиалы, 2006 й. ябыла. Составына емеш‑еләк һәм виноград шараптарын ҡойоу (1969 й. нигеҙләнгән), алкоголһеҙ продукция (1987), араҡы (1992) цехтары ингән. 2003 й. 200 кеше эшләгән. Араҡы, тымыҡ һәм бызырлаҡ шараптар, минераль һәм эсәр һыу, икмәк кеүәҫе етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. “Иҫке умарталыҡ”, “Иҫке умарталыҡ люкс”, “Алтын миҙгел”, “Һунарсы мәҙәктәре” араҡылары, “Мөшкәт”, “Ркацители” шараптары Өфө (2001, 2002), С.‑Петербург (2001, 2002), Мәскәү (2001, 2006), Сочи (2000—02) ҡҡ. үткән күргәҙмәләрҙең алтын, көмөш, бронза миҙалдарына лайыҡ була. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (“100 лучших товаров России”; 2005), “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (“Лучшие товары Башкортостана”; 2005, 2006) һ.б. конкурстар лауреаты. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.