ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Балалар, ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат өсөн эске кейем һәм өҫкө трикотаж етештерә. Составына бәйләү‑буяу, бесеү‑тегеү производстволары (икеһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) инә. 2010 й. 750 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ- тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1964 й. нигеҙ һалына, 1966 й. Ишембай трикотаж ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1992 й. алып хәҙ. исемен йөрөткән ААЙ, 1996 й. хәҙ. статусын ала. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.