ИШЕМБАЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Скважиналарҙы ремонтлау һәм үҙләштереү өсөн күтәргес ҡулайламалар, тиҙ хәрәкәт итеүсе насос блоктары, механик, пневматик асҡыстар, төрлө модификациялы йыуҙырыу быраулау вертлюгтары һ.б. етештерә. Составы: механика (1941 й. нигеҙләнгән), ҡойоу, механик йыйыу (икеһе лә — 1943), тимерлек, әҙерләү (икеһе лә — 1949), иретеп йәбештереү‑йыйыу (2005) цехтары. 2010 й. 680 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла.

1941 й. Баҡынан эвакуацияланған И.В.Сталин ис. механика з‑ды базаһында нигеҙ һалына, 1943 й. Союз машиналар эшләү з‑дына үҙгәртелә. 1983 й. алып “Ишимбайнефтепроммаш” ПБ, 1986 й. башлап Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы составында, 1989 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1994 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018