ИШЕМБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү эштәрен башҡарған. 1956 й. Маҡар р‑нының И.В.Сталин ис. (Маҡар урман участкаһы) һәм “Ҡыҙыл партизан” (Иҫәкәй урман участкаһы) артелдәре базаһында Маҡар ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. составына “Большевик” (Ҡолғона, Ҡалыуайыры, Иҫке Сәйет урман участкалары), “Алға” артелдәре инә. 1963 й. алып Ишембай ҡала сәнәғәт комб‑ты составында, 1965 й. Ишембай район сәнәғәт комб‑ты исеме м‑н унан бүленеп сыға, 1972 й. башлап Ишембай урман пункты, 1980 й. — И.у.с.х., 1988 й. — “Башлестоппром” берекмәһе (ҡара: “Баштопсбыт”) составында, 1992 й. — МУП, 2005 й. ябыла.

И.В.Фәхриев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.