ИШЕМБАЙ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Составына механик йыйыу (1973 й. нигеҙләнгән), монтажлау‑тимерлек (1975), ҡойоу (1980), инструменттар (1981), ағас эшкәртеү (1983) участкалары инә. 2011 й. 350 кеше эшләгән. Ағас эшкәртеү станоктары, көнкүреш вагондары, запас частар һ.б. етештерә. Продукцияһы БР- ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә.

1971 й. нигеҙ һалына, 1973 й. Ишембай эксперименталь‑механика з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1993 й. алып “Ишембай станоктар заводы” ААЙ, 1997 й. — Ишембай станоктар эшләү з‑ды, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Завод м‑н Н.Ф. Липаев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.