ИШЕМБАЙ ОЙОҠ ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Ойоҡ‑ойоҡбаштар етештерә. Составына бәйләү, тегеү, буяу цехтары инә. 2010 й. 687 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1956 й. “Ишембай‑трикотаж” һәм “Октябрҙең 19 йыллығы” артелдәре базаһында Ишембай ойоҡ‑ойоҡбаш ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына. Ҡул м‑н хәрәкәткә килтерелгән автоматтарҙа 77 кеше эшләгән, изделиеларҙы утын яғып йылытылған ҡаҙандарҙа буяғандар. 1957 й. бәйләү һәм буяу‑эшкәртеү ҡорамалдары һатып алына, ойоҡ‑ойоҡбаштар етештереү 1973 мең пар тәшкил итә. 1991 й. алып ҠП, 1992 й. — “Сулпан” ЯАЙ, 1996 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1956— 2011 йй. ф‑ка 700,5 млн пар ойоҡ‑ойоҡбаш етештергән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018