ИШЕМБАЙ КАТАЛИЗАТОРҘАР МАХСУСЛАШТЫРЫЛҒАН ХИМИЯ ЗАВОДЫ. 1932 й. нигеҙ һалына, 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1949 й. алып Ишембай НЭЗ‑ы, 1990 й. — “И.к.м.х.з.” ДУП‑ы, 2003 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Һауа, трансформатор майы, тәбиғи газ һ.б. киптереү һәм таҙартыу өсөн цеолиттар һәм адсорбенттар етештергән. 2006 й. 300 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙың, ш. уҡ РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть, газ эшкәртеү һәм нефтехимия з‑дтарына һәм энергетика пр‑тиеларына ебәрелгән, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке