ИСМӘҒИЛЕВ Наил Әмирхан улы (23.1.1936, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (1965). 1957 й. алып 81‑се почта йәшнигенең (Өфө) цех начальнигы. 1965 й. башлап ӨДАТУ‑ла эшләй. 1994 й. алып БР‑ҙың Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑тының бүлек начальнигы. 1998 й. башлап Өфө коммерция һәм хоҡуҡ ин‑тының иҡтисад һәм идара итеү каф. мөдире. 2001 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 2008 й. — Башҡ. соц. технологиялар ин‑тында: хеҙмәт иҡтисады каф., 2011 й. башлап иҡт., информатика һәм аудит каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре хаҡ теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. И. хаҡ үлсәменең аҡса массаһының тығыҙлыҡ импульсына бәйле булыуын асыҡлай, төркөмдәр теорияһын файҙаланып идара итеү структураларының фәнни нигеҙҙәрен эшләй. 260‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Общая теория стоимости. Уфа, 1991; Общая теория экономической эффективности. Уфа, 1991; История государственного управления в России. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.