“ИСКРА” машиналар эшләү компанияһы, ЯАЙ. Күмертау ҡ. урынлашҡан. Составына әҙерләү, механик эшкәртеү, иретеп йәбештереү производстволары, ҡаплау һәм термик эшкәртеү участкалары, үҙәк завод һәм метрология лабораториялары инә. 2010 й. 320 кеше эшләгән. Трансформатор майын эшкәртеү һәм трансформаторҙар ремонтлау өсөн, агломерация ф‑калары, домна мейестәре, цемент з‑дтары өсөн ҡорамалдар; манипуляторҙар һәм йөк күтәргес механизмдар өсөн гидроцилиндрҙар, сортлы прокатлау станоктары өсөн сым арматура һәм запас частар, контейнер тибындағы блок‑бокстар (операторҙар, торлаҡ, ашхана һ.б. өсөн), нефтте иҫәпкә алыу узелдары, металл конструкциялар һ.б. етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1976 й. ойошторола, 1978 й. хәҙ. исемен йөрөткән завод булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. — Машиналар эшләү з‑ды, 2010 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке