“ИРӘМӘЛ” Өфө шарап-араҡы заводы. 1965 й. Өфө емеш-еләк шараптары з‑ды булараҡ ойошторола, емеш‑еләк шараптары етештерә һәм виноград шараптарын ҡойоу эшен башҡара; 1969 й. алып Өфө шарап з‑ды, 1985 й. ликёр‑араҡы изделиелары сығара башлай; 1986 й. башлап Өфө шарап комб‑ты, 1988 й. — “Өфө” шарап з‑ды, 1995 й. — “И.” Өфө шарап‑араҡы з‑ды, 2000 й. — “Башспирттың бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. — филиалы, 2006 й. окт. “Алтын быуат” Өфө спирт‑араҡы комбинаты составына инә. “И.” составына технологик, аҙ алкоголле һәм алкоголһеҙ продукция етештереү һәм ҡойоу, ликёр цехтары һәм 2 ҡойоу цехы (бөтәһе лә 1965 й. асылған) ингән. 2003 й. 137 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. “Арский ташы”, “Ирәмәл”, “Шүлгәнташ”, “Нәзир” бәлзәмдәре, “Һөт өҫтө менән ҡәһүә” ликёры, әсе “Ҡариҙел” төнәтмәһе Брюссель (2002), Екатеринбург (2003), Мәскәү (2004—06), Новосибирск (1994, 2000, 2001), Өфө (1998—2005), С.‑Петербург (1996, 2003), Сочи (2000—02), Һамар (2002), Чебоксар (2003) ҡалаларында үткән халыҡ-ара һәм төбәк күргәҙмәләрендә алтын, көмөш, бронза миҙалдарға һәм дипломдарға лайыҡ була.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке