ИНФРАСТРУКТУРА (лат. infra – түбәнге, аҫҡы; structura – төҙөлөү, урынлашыу), йәмғиәттең нормаль йәшәйешенә булышлыҡ итеүсе иҡтисадтың етештереүсе һәм етештереүгә бәйле булмаған тармаҡтары берлеге. Матди етештереү өлкәһен хеҙмәтләндереүсе пр‑тиелар етештереү И. барлыҡҡа килтерә (һыу менән тәьмин итеү, газ менән тәьмин итеү, йөк ташыу транспорты, матди‑техник тәьмин итеү, сәнәғәт төҙөлөшө, элемтә, энергетика һ.б.). Матди ҡиммәттәр етештермәгән өлкәне хеҙмәтләндергән пр‑тиелар (көнкүреш хеҙмәте, торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәмәғәт туҡланыуы, пассажирҙар транспорты һ.б.) соц. И. барлыҡҡа килтерә.

Планға ҡоролған иҡтисад йылдарында (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) Башҡортостанда И. үҫеше халыҡ хужалығы үҫеше темптарынан артта ҡала, был ижтимағи яңыртып етештереүҙе әкренәйтә. Баҙар иҡтисады шарттарында баҙар мөнәсәбәттәре субъекттарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүенә һәм уларҙың баҙар конъюнктураһы үҙгәрештәренә яраҡлашыуына яуап биреүсе яңы элементтар барлыҡҡа килә. Ойоштороу (аукцион, биржа, аралашсы ойошмалар, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу пр‑тиелары, маркетинг хеҙмәттәре һ.б.), матди (склад, тара, транспорт хужалыҡтары), финанс (банк, аудит системаһы, страховкалау һ.б. системалар), кадрҙар (халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе хеҙмәттәре, кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһы, халыҡ миграцияһын көйләү системаһы һ.б.), норматив‑хоҡуҡи һәм мәғлүмәт базаларын үҙ эсенә алған баҙар И. формалаша. БР И. иң мөһим ҡушма өлөштәре булып транспорт, элемтә һәм электр м‑н тәьмин итеү тора. Транспорт комплексында иң әһәмиәтле урынды үткәргес торба транспорты биләй. Респ. транспорт селтәре 23360 км дөйөм файҙаланыуҙағы ҡаты япмалы автомобиль юлын, 1457 км тимер юлды, 4748 км магистраль газ торбаларын, 3216 км нефть үткәргесте, 1393 км нефть продукттарын үткәргесте үҙ эсенә ала. БР‑ҙа кәрәҙле элемтә һәм стационар телефон элемтәһе операторҙары эшләй (ҡара: “Башинформсвязь”). Респ. энергосистемаһы РФ‑тың иң эре ун төбәк энергосистемаһына инә (ҡара: “Башкирэнерго”). БР‑ҙа 177 мәктәпкәсә балалар учреждениеһы, 1823 дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеһы, 110 башланғыс проф. белем биреү учреждениеһы, 74 дәүләт һәм 14 дәүләткә ҡарамаған урта махсус уҡыу йорто, 12 дәүләт һәм 3 дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорто, 178 йәмәғәт китапханаһы, 237 мәҙәни‑ял учреждениеһы, 12 проф. театр, 98 музей, 10170 спорт ҡоролмаһы, 194 дауахана, 424 амбулатор‑поликлиника учреждениеһы һ.б. бар (2010).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.