“ИНТЕРСТРОЙСЕРВИС”, Эре панелле йорттар төҙөү” пр‑тиеһының бүлендек ЯСЙ. Торлаҡ, соц.‑көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү эшен башҡара, стена ҡороу өсөн материалдар (50‑нән ашыу төр) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Берлектәге Башҡортостан-Америка‑Канада “И.” пр‑тиеһы ЯСЙ булараҡ ойошторола, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә. “И.” составын стеналар ҡороу өсөн блоктар һәм тротуар плиткалары етештереү цехы (1994 й. нигеҙ һалына) инә. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың төҙөлөш пр‑тиелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018