“ИНТЕК” ғилми-производство фирмаһы, ЯСЙ. Производствоны автоматлаштырыу (бүлеп таратылған производстволар м‑н корпоратив идара итеү, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системалары, пр‑тиеның процесҡа йүнәлтелгән мәғлүмәт структураһын булдырыу һ.б.) өсөн ҡорамалдар уйлап табыу, етештереү, йыйыу, файҙаланыуға тапшырыу һәм уларҙың төҙөк булыуын тәьмин итеүҙе ғәмәлгә ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. ойошторола. Составына уйлап табыу, етештереү, коммерция, етештереүгә индереү һәм ҡорамалдарҙың төҙөк булыуын тәьмин итеү бүлектәре инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018