ИННОВАЦИЯ (лат. innovatio – яңырыу), иҡтисадта: яңы продукция, технологик процесс булдырыу, камиллаштырыу маҡсатында фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм уйлап табыуҙарҙы, фәнни‑техник ҡаҙаныштарҙы тормошҡа ашырыу. Потенциалы б‑са эпохаль (кеше белеме үҫешендә алға китеш, ул оҙайлы иҡт. үҫештең төп сығанағы булған һәм донъяла киң таралған), базис (иҡт. эшмәкәрлекте тамырынан үҙгәртеүсе), яҡшыртыусы (ресурстарҙы күпкә бушатыусы), микроинновация (аҙ дәрәжәлә үҙгәртеүсе), псевдоинновация (иҫкергән технологик процесты камиллаштырыусы) И. айырыла. Терр. билдәләре б‑са И. глобаль, милли, төбәк, локаль, айырым (персональ) төрҙәргә бүленә. БР‑ҙың инновацион потенциалын төрлө ҒТИ-лар, ғилми‑производство берекмәләре, конструкторҙар бюролары, вуздарҙың ғилми‑тикшеренеү секторҙары, пр‑тиеларҙың фәнни‑техник бүлексәләре һәм кесе инновацион пр‑тиелар тәшкил итә. 2010 й. инновацион уйлап табыуҙар РФА‑ның Өфө фәнни үҙәгендә, БР Фәндәр Академияһы учреждениеларында, тармаҡ ин‑ттарында һәм проект‑конструкторлыҡ ойошмаларында, вуз кафедраларында, химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм машиналар эшләү пр‑тиеларында алып барыла. 2010 й. БР ФА 7 дәүләт фәнни-техник программаһы б‑са эш алып барған, 200‑ҙән ашыу фәнни эш башҡарған, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә 940 ғалим эшләгән, 71 патент теркәлгән, 130‑ҙан ашыу грант алынған. Фәнни тикшеренеүҙәргә һәм уйлап табыуҙарға тулайым сығым 4,4 млрд һум тәшкил иткән. 21 б. башындағы инновацион ҡаҙаныштар юғары т‑ралы азотлау нигеҙендә термик һәм химик‑термик эшкәртеү технологияһы (“Автонормаль” ААЙ һәм “Өфө электротехника изделиелары заводы” ФДУП‑ы), микроэлектроника һәм телекоммуникациялар (“Полигон” ҒПП ААЙ), хирургик офтальмология (аллоплант) өлкәһендә, газ турбиналы двигателдәр (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), төп винты күсәрҙәш схемалы вертолёттар (Күмертау авиация производство предприятиеһы), күбекләнеүсе полистирол (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), нефть һурҙырыу станцияһы резервуар паркының автоматика системаһы (Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе), күгән м‑н тоташтырылған троллейбус һәм коляскалы инвалидтарға йөрөргә мөмкинлек биргән түбән иҙәнле баҫҡысһыҙ троллейбустар (Башҡортостан троллейбус заводы ААЙ) эшләүҙә һ.б. күҙәтелә. БР‑ҙа И. проблемаларын Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы координациялай. “БР‑ҙа инновацион эшмәкәрлек тураһында” (2006) закон инновацион эшмәкәрлектең ойоштороу, хоҡуҡи һәм иҡт. нигеҙҙәрен һәм дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй.

А.Ш.Ғәлимова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке