“ИНМАШ” концерны, ЯСЙ. А.х. техникаһы, станоктар өсөн запас частар, төрлө маркалы автомобилдәр өсөн узелдар һ.б. етештерә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына механика, производство‑термик, йыйыу цехтары инә. 2010 й. 116 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Белоруссия Республикаһында һатыла.

1977 й. ойошторола, 1981 й. юғары дөрөҫлөктәге станоктар етештереү б‑са з‑д булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, пр‑тиела порталлы сәнәғәт робот-манипуляторҙары, 1985 й. вертикаль хонингылау станоктары, 1987 й. һанлы программа м‑н идара ителгән ҡырыу ярым автоматтары, 1990 й. аяҡ кейемен ҡалыпҡа тартыу өсөн аяҡ кейеме машиналары һ.б. үҙләштерелә. 1991 й. завод «“И.” машиналар эшләү продукцияһы етештереү концерны» ҠП‑на үҙгәртелә, 1994 й. алып “И.” концерны ААЙ, 2009 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018