ИНЙӘР УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас һәм сайыр әҙерләү, ағас күмере яндырыу, ағас‑таҡта, штакетник, аҡ шыршы майы етештереү м‑н шөғөлләнгән. 1924 й. Белорет заводы өсөн ағас әҙерләү һәм ағас күмере яндырыу б‑са Инйәр‑Лапышты контораһы булараҡ ойошторола, 1928 й. И.у.с.х. составына Архангел, Белорет, Егәҙе, Инйәр, Көҙйылға, Тирлән, Әүжән урман пункттары инә, 50 күмер яндырыу мейесе төҙөлә башлай, Инйәр заводы цехтары оҫтаханалар итеп үҙгәртелә, 1938 й. 198 күмер-сид мейесе эшләй. 1957 й. алып “Башлес” (ҡара: “Башлеспром”) комб‑ты составында, 1995 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла.

П.Н.Черепанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке