“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тының ҡатын‑ҡыҙҙар бүлеге органы. Уралда ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән‑бер һаны Стәрлетамаҡ ҡ. 1921 й. 7 нояб. иҫке башҡорт телендә сыға. Мәҡәләләр Октябрь революцияһы юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ проблемаларына арнала. Мөхәррире — Р.Рәхмәтуллина.

А.Й.Зарипов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.