ЕТЕШТЕРЕҮ СЫҒЫМДАРЫ, пр‑тие хужалыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырһын өсөн кәрәкле булған производство тотоноуҙарының аҡсалата сағылышы. Е.с. төрҙәре: бухгалтер (продукцияның үҙҡиммәтен сағылдырған ғәмәли сығымдар), иҡт. (билдәле бер производство өсөн йүнәлтелгән бөтә ресурстарҙың хаҡы), альтернатив (иҡт. ресурстар башҡа мөмкин булған варианттарҙа файҙаланылмау һөҙөмтәһендә алынмаған файҙа), даими һәм үҙгәреүсән (етештерелгән продукция күләменә бәйле һәм бәйле булмаған Е.с.), тулайым (даими һәм үҙгәреүсән Е.с. суммаһы), трансакцион (етештереү м‑н бергә килгән сығымдарға бәйле: мәғлүмәт эҙләү, килешеүҙәр төҙөү һ.б.), тышҡы (башҡа пр‑тиеларға йәки тотош йәмғиәткә күсерелгән), сикке (етештереү күләменә ҡарата продукцияның һәр өҫтәмә берәмеген етештереүгә киткән), әйләнеш (тауарҙар һатыу һәм һатып алыуға бәйле), сауҙа (тауарҙар йәки хеҙмәттәр һатыуға бәйле), транспорт (йөк һәм пассажирҙар ташыу б‑са сығымдар) һ.б. Сығымдарҙы кәметеү өсөн мөһим шарт — хеҙмәт етештереүсәнлегенең үҫеше эш хаҡы үҫешен уҙып барырға тейеш. 1 һумлыҡ продукцияға БР‑ҙың бөтә сәнәғәтенең етештереү факторҙарына киткән сығымдары (тиндәрҙә): 1995 й. — 81,8; 2000 — 75,0; 2005 — 82,1; 2010 — 86,3*. Продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән Е.с. структураһында матди һәм эш хаҡын түләүгә киткән сығымдар өҫтөнлөк итә (ҡара: 1‑се һәм 2‑се табл.).

В.Ҡ.Носратуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

1‑се табл.

2010 й. Башҡортостан Республикаһында продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән сығымдар структураһы, %‑ҙа

Сығымдарҙың төрө Файҙалы ҡаҙылмалар табыу Эшкәртеү производстволары Электр энергияһы, газ, һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү
Матди  74,6 73,0 74,2
Хеҙмәткә түләү        4,6 12,8 14,0
Берҙәм социаль һалым     0,9 2,9 3,3

Төп производство фондтарының

амортизацияһы   
2,7 4,1 3,8
Башҡалар  17,2 7,2 4,7

 

2‑се табл.

2010 й. Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә киткән сығымдар структураһы**, %‑ҙа

Сығымдарҙың төрө

Ауыл хужалығы Үҫемлекселек Малсылыҡ
Хеҙмәткә түләү социаль ихтыяждарға бүленгән суммалар м‑н  19,1 21,9 17,4
Матди сығымдар  70,4  65,8  72,9
Төп саралар амортизацияһ  6,2  8,7  4,9
Башҡала  4,4  3,6  4,8

*Сәнәғәт секторы булып торған иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса.

**Эре һәм урта ауыл хужалығы ойошмалары буйынса мәғлүмәт.

Яндекс.Метрика