ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына механизмдар йыйыу цехы (1961 й. нигеҙләнгән); эксперименталь инструменттар, штамплау (икеһе лә — 1961), электрон һәм ҙур габаритлы үлсәүҙәр етештереү (2005) участкалары инә. 2010 й. 130 кеше эшләгән. Үлсәү сиге 50‑нән 3000 кг тиклем булған төрлө модификациялы механик һәм электрон платформалы үлсәүҙәр, ҡаты яғыулыҡлы һыу йылытыу ҡаҙандары, утын ярғыстар, иген иҙгес машиналар етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын сит илдәрҙә һатыла.

1961 й. ҡойоу‑механика з‑ды (1956) базаһында ойошторола, 1993 й. алып ДУП, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.