ЗИСМАН Нафтоли Азрильевич (13.7.1928, Могилёв‑Подольский ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1970). Одесса элемтә электротехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында инженер, лаб. нач. булып эшләй. 1957 й. алып “Солитон” ҒТИ‑ның (Өфө) лаб. нач., 1960 й. — нач. урынбаҫары, 1969—95 йй. ген. директоры. З. ҡатнашлығында ватан һәм сит ил (Болгария, Польша, Чехословакия) заводтарында 40‑ҡа яҡын элемтә тапшырыу системаһы һәм уларға үлсәү саралары эшләнә һәм производствоға индерелә. З. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр махсус тәғәйенләнешле элемтә сүсле‑оптик системалары аппаратураһын эшләй. З. етәкс. бер һәм күп модлы оптик сүстәр, сүсле яҡтылыҡ үткәргестәр эшләп сығарыу технологияһы индерелә, уларҙы файҙаланып респ. тәүге сүсле‑оптик элемтә линияһы төҙөлә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1986).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика