ҒАРИФУЛЛИН Ҡәҙим Мөғәллим улы (22.3.1930, БАССР-ҙың Туймазы р-ны Егетәк а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1989), проф. (1991). РФ-тың (2002) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡ. иҡтисадсыһы. Ленинград финанс-иҡт. ин-тын тамамлаған (1955). 1961 й. алып Пермь ун-тында уҡытыусы, 1965 й. — иҫәп һәм финанс каф. мөдире; 1967 й. — Ҡазан а.х. ин-тының бухгалтер иҫәбе каф. мөдире; 1969 й. — халыҡ хужалығына иҫәпләү техникаһын индереү б-са Ғилми-тикшеренеү һәм проектлау ин‑тында (Ҡазан ҡ.) лаб. мөдире, 1972 й. — фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары. 1986 й. алып Ҡазан (Волга буйы) федераль ун-тының Иҡтисад һәм финанс ин-тында уҡыта (1995—2000 йй. фәнни эштәр б-са проректор). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәттә иҫәпләү техникаһының заманса сараларын ҡулланып, етештереүгә киткән сығымдарҙы иҫәпләүгә һәм продукцияның үҙҡиммәтен калькуляциялауға арналған. 210-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Организация нормативного учета на машиностроительном заводе им. Дзержинского. Пермь, 1966; Учет и калькулирование в автоматизированной подсистеме управления себестоимостью продукции. Казань, 1986; Управление затратами. 2-е изд., перераб. и доп. Казань, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика