“ГАРАНТ”, етештереү кооперативы. Ҡаҙанлыҡ ҡулайламаларын, үҙәк һәм шәхси йылылыҡ пункттарын, һауа үткәреп‑һурҙырып елләтеү системаларын, йылылыҡ һәм газ иҫәпләү ҡоролмалары һ.б. ҡорамалдарҙы монтажлау, ш. уҡ эшләтеп ебәреү-көйләү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. нигеҙ һалына. Составы: етештереүгә әҙерләү цехы (1994). Иҫәпләү, тикшереү һәм автоматлаштырыу сараларын барлау һәм хеҙмәтләндереү б-са сервис үҙәге бар. Пр-тиела БР-ҙа тәүге тапҡыр 2003 й. сүсле-оптик элемтә линияларын файҙаланып йылылыҡ техникаһы ҡорамалдары эшенә диспетчерлыҡ контроленең автоматлаштырылған системаһы индерелә. Төп ҡулланыусылары – БР‑ҙың төҙөлөш комплексы пр-тиелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика