ҒӘЛЛӘМОВ Риф Әмир улы (1.9.1944, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Ҡормаш а.), экскаватор машинисы. СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). 1961 й. алып “Уфимтрансстрой” тресында эшләй; 1964 й. башлап Өфө резина-техник изделиелар з‑дында: балта оҫтаһы, слесарь, вальцовкалаусы. 1968 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында: экскаватор машинисы, 1980 й. — бригадир. 1992 — 2006 йй. “Лизингстроймаш” ЯАЙ‑нда (Өфө): экскаватор машинисы, слесарь. Урта Азия—Үҙәк, Уренгой—Помары—Ужгород, Усть-Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт, Ямбург—Елец һ.б. магистраль үткәргес торбалар төҙөлөшөндә ҡатнаша. Ғ. бригадаһы “Востокнефтепроводстрой” тресында беренселәрҙән булып үткәргес торбалар төҙөлөшөндә бригада подряды ысулын индерә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984), “Почёт Билдәһе” (1977) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Фәрхетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.