“ГАЗ-СЕРВИС”, ААЙ. Тәбиғи газды ташыу, шыйыҡландырылған газды һаҡлау һәм һатыу, БР-ҙың газ бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыуҙы тормошҡа ашыра; ҡулланыусыларға газ биреүҙе тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. “Г.-С.” составында 20 филиал (41 мең км газ селтәре) бар. 2010 й. 8223 кеше эшләгән. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР пр-тиелары һәм халҡы.

1963 й. газ хужалығының ҡала пр-тиелары нигеҙендә “Башгаз” производство‑файҙаланыу тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1965 й. алып газ хужалығын файҙаланыу б-са производство идаралығы, 1982 й. — “Башгаз” газ м-н тәьмин итеү һәм газ үткәреү ПБ. 1991 й. башлап хәҙ. исемде йөрөткән ЯАЙ, 1994 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Р.Воробьёва

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018