“ГАЗПРОМ НЕФТЕХИМ САЛАВАТ”, ААЙ. Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия продукцияһын етештерә. Составы: нефть эшкәртеү, газ химияһы, химия, “Мономер” з‑дтары һәм ярҙамсы бүлектәр. 11 бүлендек һәм бойондороҡло йәмғиәте бар, ш. иҫ. “Ағиҙел-Юлдаш”, “Тере һыу”, “Медсервис”, “Политар”, «“Салаватгазонефтехимпроект” проект институты», “Промышленное питание”, “Розничная сеть АЗС САЛАВАТ”, “Салаватинвест” (Мәскәү), “Салаватхимтранс” ЯСЙ‑лары. 120‑нән ашыу төр продукция етештерә, ш. иҫ. автомобиль бензины, дизель яғыулығы, кәрәсин, яғыулыҡ мазуты, силикагель, толуол, бензол, стирол, бутил спирттары, полиэтилен, полистирол, цеолит, коррозия ингибиторҙары, элементлы көкөрт, аммиак һәм карбамид, гликолдәр һәм аминдар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр. 2011 й. 7 меңдән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, 40‑тан ашыу сит илгә ебәрелә.

1948 й. СССР МС-ы эргәһендәге Яһалма шыйыҡ яғыулыҡ һәм газ баш идаралығының 18‑се комбинаты булараҡ нигеҙ һалына (50‑се йй. башында нефть сеймалын эшкәртеүгә күсерелә, 1954 й. тәүге технологик объект — катализаторҙар ф‑каһы файҙаланыуға тапшырыла); 1966 й. алып Салауат нефтехимия комб‑ты (70‑се йй. уртаһына — Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге иң эре нефтехимия комплексы), 1972 й. — СССР‑ҙың 50 йыллығы ис. Салауат нефтехимия комб‑ты. 1980 й. башлап “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ (80‑се йй. уртаһына башҡ. нефтенең сирек өлөшөн һәм Ырымбур ятҡылығының бөтә конденсатын эшкәртә), 1993 й. хәҙ. статусын ала, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Пр‑тиела 150‑нән ашыу технологик процесс ҡулланыла, шуларҙың 30‑ы илдә тәүге тапҡыр эшләнгән һәм индерелгән; күбекләнә торған полистирол (2005) — донъяла тәүге тапҡыр, аэрогель (1959) — илдә берәү генә, карбамид (1965), метилэтилкетон (1967) СССР‑ҙа тәүге тапҡыр етештерелә. Пр‑тие бутил спирттары (53,31%), диоктилфталат пластификаторы (44,53), стирол (30,01%) етештереү б‑са РФ‑та монополист булып тора. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971). Пр‑тие м‑н И.А.Березовский, П.Е.Боруленков, Н.Х.Вәлитов, Н.Я.Ерёменко, З.И.Краснова, Л.И.Осипенко, В.Н.Павлычев, В.А.Потеряхин, М.З.Саттаров, М.Ф.Сисин, П.Ф.Тюгаев, М.У.Хәмиҙуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика