ГАЗ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы газ м‑н тәьмин итеү, ш. иҫ. табылған газ ятҡылыҡтары фондын булдырыу, газ сығарыу, ташыу, һаҡлау һәм ебәреү б‑са эшмәкәрлек. Үҙәкләштерелгән (магистраль газ торбалары һәм газ бүлеү селтәрҙәре б‑са) һәм үҙәкләштерелмәгән (газ генерацияһы ҡулайламаларынан йәки шыйыҡландырылған газ тултырылған һауыттарҙан) Г.м.т.и. системаларына бүлеп ҡарайҙар. Газ биреүҙе миҙгелдәргә ҡарап көйләү һәм Г.м.т.и. ышаныслы булһын өсөн газ һаҡлағыстар төҙөлә. Башҡортостанда газ үткәреү 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. Ишембай нефть ятҡылығында респ. тәүге газ компрессоры станцияһы төҙөлгәндән һуң (1935) башлана. Нефть сығарыу ыңғайында алынған газ торлаҡ йорттарҙы йылытыуға йүнәлтелә, һуңыраҡ уны Ишембай ҡасабаһының сәнәғәт пр‑тиелары файҙалана башлай. 1939 й. торлаҡ һәм коммуналь-көнкүреш объекттарын хеҙмәтләндереү өсөн “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығы составында газ цехы асыла. 40—50‑се йй. Октябрьский, Өфө ҡҡ. һәм Туймазы ҡасабаһына газ үткәреү башлана. 1953 й. Туймазы газ эшкәртеү заводын төҙөү м‑н бер уҡ ваҡытта респ. тәүге Туймазы —Өфө—Черниковск магистраль газ торбаһы төҙөлә, уны файҙаланыу б‑са идаралыҡ (ҡара: “Газпром трансгаз Уфа”) һәм тәүге газ хужалығы ҡала пр‑тиеһы — “Уфагоргаз” тресы асыла. 1953 й. алып Шкапов—Бәләбәй—Түбәнкүл, 1963 й. башлап Шкапов—Салауат—Ишембай—Белорет—Магнитогорск газ торбалары файҙаланыуға тапшырыла. Газ хужалығы трестары төҙөлә: “Октябрьскгоргаз”, “Туймазырайгаз” (икеһе лә 1958 й. нигеҙләнгән), “Ишимбайгоргаз” (1959), “Стерлитамакгоргаз” (1960), “Салаватгоргаз” (1961), “Белебеймежрайгаз” (1962), “Кумертаумежрайгаз” (1963). 1963 й. “Башгаз” производство-файҙаланыу тресы (ҡара: “Газ‑Сервис”) төҙөлә. 1966 й. Бохара—Урал магистраль газ торбаһы төҙөлгәндән һуң республикаға Бохара газ ятҡылығының тәбиғи газы килә башлай. 1963 й. ҡарата 116 мең фатирға (шуларҙың 87 меңендә селтәр газы), 1980 й. — 811 (412),  2000 й. — 1215 (997), 2012 й. — 1247,2 (1126) мең фатирға газ индерелгән. 1988 й. ҡарата бөтә сәнәғәт пр‑тиелары, “Башкирэнерго” ТЭЦ‑тары һәм район пар ҡаҙандары селтәр газына күсерелгән. Республиканы Г.м.т.и. төп урынды Көнбайыш Себерҙән килгән тәбиғи газ алып тора (95%). Ҡара: Газ сәнәғәте.

Р.Р.Воробьёва

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика