ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич (20.9.1914, Владимир губ. Иваново-Вознесенск ҡ. — 21.5.1983, Өфө), конструктор. Техник ф. д‑ры (1978). Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Рыбинск авиация ин‑тын тамамлаған (1940). 1941 й. алып ӨМЭЗ‑да эшләй: 1943 й. башлап бүлек нач., 1949 й. — баш конструктор урынбаҫары. 1955 й. алып Өфө машиналар эшләү КБ‑ның баш конструктор урынбаҫары, 1962—83 йй. баш конструкторы. Г. етәкс. истребителдәр, штурм авиацияһы һәм төрлө тәғәйенләнешле пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн авиация двигателдәренең 22 төрө (14‑е сериялы етештереүгә индерелгән) уйлап табыла. 7 фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977). Ленин (1971, 1975), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1959, 1963), Халыҡтар дуҫлығы (1980), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Уның исемендәге премия булдырылған.

Хеҙм.: Исследование влияния щелевого перепуска воздуха над рабочим колесом компрессора на изменение границ автоколебаний лопаток и увеличение газодинамической устойчивости ТРД. М., 1972; Основные вопросы газодинамической доводки компрессора двигателя Р13‑300. М., 1972; Основные характеристики, параметры и конструкция камер сгорания двигателей Р13‑300, Р13Ф‑300 и Р25‑300. М., 1975.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика