АЖДАҺА, башҡорт мифологияһында күп башлы ут бөркөп торған яуыз зат. “Әхмәт батыр менән Хоҙайбирҙе батыр”, “Меңйәшәр аждаһаны еңеүсе егет” һ.б. әкиәттәр персонажы. Иран мифологияһындағы Ажи-Дахака персонажына барып тоташа. Йылғаларҙа, күлдәрҙә, тарлауыҡтарҙа һәм мәмерйәләрҙә йәшәй. Башҡорттарҙың ышаныуҙары б‑са, 100 йыл йәшәгән йылан А. әүерелә, ә 500—1000 йылға тиклем йәшәгән А. юхаға әйләнә. Ямғыр болоттары, һыу ятҡылыҡтары м‑н идара итә алған, тирә‑яҡ ауылдарҙы һыуһыҙ ҡалдырған. Һыу алыр өсөн ауыл халҡы уға йәш ҡыҙҙарҙы ашатып торорға мәжбүр булған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн батыр А. м‑н алышҡан һәм еңгән. Күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999; шул уҡ. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәрешле. Өфө, 2009.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.