- Подробности
- Просмотров: 476
ҒӘБИТОВ Зариф Нурый улы [20.4.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.4.1928, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. 1905—07 йй. Англияла штейгерға уҡый. Революцияға (1917) тиклем Рәмиевтәрҙең алтын приискыларында тау мастеры, Етеғара руднигында (Аҡмулла өлкәһе) идарасы була, 1910—16 йй. Тамъян-Түңгәүер алтын сәнәғәте ширҡәтенең Аврен приискыларында эшләй. 1919—21 йй. Бөрйән-Түңгәүер кантон ХХС‑ы рәйесе, 1923—25 йй. Башҡ‑н тау тресы идарасыһы, бер үк ваҡытта 1925—27 йй. Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы рәйесе.
В.Н.Макаров, Р.И.Үтәғолов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина