“ВОСХОД”, Өфө икмәк  берекмәһе, ААЙ. “В.” составына  8‑се (1956 й. ойошторолған), 2‑се  (1962), 5‑се (1989) икмәк з‑дтары,  фирма магазиндары селтәре инә. Берекмә  50‑нән ашыу төр икмәк‑булка  һәм 100‑гә яҡын төр кондитер ризыҡтары  эшләп сығара. 2010 й. 1650 кеше  эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.  1941 й. 5 икмәкхана һәм 4‑се икмәк з‑ды (1962 й. ябыла) базаһында  1‑се Өфө икмәк комб‑ты булараҡ нигеҙ  һалына, 1997 й. хәҙ. статусын ала,  2004 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.  2002 й. алып “Себер икмәк корпорацияһы” ААЙ составына инә. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика