“ВОСТОКНЕФТЬ” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о   ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Үткәргес торбаларҙың техник торошон диагностикалау, ремонтлау һәм файҙаланыуға индереү өсөн техник саралар эшләп сығарыу һәм етештереү, уларҙы ҡулланыу технологияларын булдырыу эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторола. “В.” составына йыйыу производствоһы һәм һынау участкаһы инә. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр үткәргес торбала таҙартыу һәм диагностикалау ҡулайламаларын үткәреү һәм табыу өсөн “Сенсор”, үткәргес торба эсендә ҡулайламаларҙың үтеүен тотҡарлаусы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн “Реуд” приборҙары (1994), үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм калибрлау өсөн торған урыны т‑да сигналлаусы “ОКП” таҙартыу калибрҙары (1995), үткәргес торбаларҙы преслағанда уларҙың асыҡ баштарын ваҡытлыса ҡаплау өсөн “Затвор” ҡулайламаһы (2000), ремонт эштәре ваҡытында үткәргес торбаның ҡыуышлығын ваҡытлыса һауа үтмәҫлек итеп көпләү өсөн механик ҡулайлама (2002) уйлап табыла һәм сығарыла. Продукцияның төп ҡулланыусылары — БР, РФ һәм БДБ илдәре пр‑тиелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика