“ВОСТОКНЕФТЕЗАВОДМОНТАЖ” а к ц и о н е р ҙ а р   к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Нефть сығарыу, нефтехимия продукттарын эшкәртеү, машиналар эшләү һәм соц. өлкә объекттарын төҙөүҙе; БР һәм РФ пр‑тиеларында ҡорос резервуарҙар (50 мең м3 күләмле), торба үткәргестәр, ҡорос конструкциялар, стандарт булмаған ҡорамалдар эшләп сығарыу һәм монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “В.” составында: торба әҙерләмәләре һәм стандарт булмаған ҡорамалдар эшләү б‑са цехтары булған 9 монтаж фирмаһы (Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ.), металл конструкциялар эшләү б‑са 2 завод, 2 төҙөлөш пр‑тиеһы, Механизация идаралығы, проект ин‑ты, уҡыу- аттестация үҙәге, металды һәм иретеп йәбештереүҙе диагностикалау һәм күҙәтеү хеҙмәте бар. 2010 й. 5448 кеше эшләгән.

1958 й. 7‑се трестың (Мәскәү) 9‑сы төҙөлөш‑монтаж идаралығы базаһында “В.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2002 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 2001 й. башлап “Восток” консорциумы составында (Нефтехимия эшкәртеү институты һәм “Башгипронефтехим” ДУП‑ы м‑н берлектә). Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр ныҡ ауыр ҡорамалдарҙы тросһыҙ күтәреү ысулы (1964), БР‑ҙа тәүге тапҡыр колоннаны якорһыҙ күтәреү (1963), сылбырһыҙ көйәнтәле кран м‑н күтәреү (1966), шарнир тирәләй әйләндереп һәм таяу ҡулланып күтәреү (1987) алымдары үҙләштерелә. “В.” тарафынан “Газпром нефтехим Салават”, “Полиэф” ААЙ-лары, Яңы Өфө НЭЗ‑ы, Өфө НЭЗ‑ында һ.б. ҡорамалдар монтажланған. Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. “В.” м‑н Г.М.Корольков, В.М.Мелихов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика