“ВИТЯЗЬ” м а ш и н а л а р  э ш л ә ү к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Автобустар һәм троллейбустар өсөн хәрәкәткә килтереүсе мостар эшләп сығара; РФ-та ике звенолы транспортёрҙар етештереүсе берҙән-бер пр-тие. Составында стандарт булмаған ҡорамалдар, инструменттар һәм йыһаздар эшләү (икеһе лә 1979 й. нигеҙләнгән), йыйыу һәм механик йыйыу (икеһе лә — 1981), преслау-иретеп йәбештереү (1982), корпуслау-йыйыу- иретеп йәбештереү, трансмиссиялар, автомат-револьвер (бөтәһе лә — 1983) цехтары бар. 2005 й. 1256 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1977 й. нигеҙ һалына, Рубцовск машиналар эшләү з-дының Ишембай филиалы булараҡ 1979 й. файҙаланыуға индерелә, 1983 й. алып Ишембай транспорт машиналары эшләү з‑ды, 1994 й. — “Ишимбайтрансмаш” ААЙ, 2000 й. — “В.” Ишембай транспорт машиналары эшләү з‑ды, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә. “В.” м‑н К.В.Осколков, В.И.Савельев, В.В.Семёнов, А.А.Чахеев, А.Ф.Челпановский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика