“ВИСМА” ф ә н н и ‑ п р о и з в о д с т в о ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Һыу таҙартыу (көнкүреш һәм сәнәғәт) һәм канализация ҡорамалдарын эшләү, етештереү һәм монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. нигеҙ һалына. Составына механика, штамплау, термопласт-автоматтар, йыйыу, буяу цехтары; иретеп йәбештереү һәм инструмент участкалары (бөтәһе лә 1992 й. асылған) инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Фирма “Рәсәйҙең саф һыуы” халыҡ-ара симпозиум-күргәҙмәһе лауреаты (2001, 2003).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика