ВӘХИТОВ Аҡмал Ғилфан улы (15.5.1900, Ҡазан губ. Шығай а. – 20.11.1957, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1923 й. алып “Старогрознефть” тресында эшләй; 1937—56 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: мастер, 1939 й. алып өлкән мастер. Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1948, 1951). Уның ис. премия булдырылған.

Әҙәб.: Стародубов Н. Мастер-новатор //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

 Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика