ВӘЛИЕВ Шамил Зөфәр улы (26.2. 1951, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БР хеҙмәтләндереү тармағының атҡ. хеҙм‑ре (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) “Союз” Өфө машиналар эшләү КБ‑нда, 1975— 81 йй. һәм 1985 й. алып (өлкән ғилми хеҙм‑р) ӨАИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап ӨДИСУ‑ла: 1990 й. алып уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1995 й. — инженерлыҡ графикаһы каф. мөдире; 2003 й. — 1‑се проректор, 2008 й. — мәғариф сәйәсәте б‑са проректор, 2013 й. — стратегик үҫеш идаралығы нач., бер үк ваҡытта 2008 й. башлап төбәк иҡт. һәм идара итеү каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге баҙар шарттарында иҡтисад һәм проф. белем биреү учреждениелары эше проблемаларына бәйле. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Рынок образовательных услуг: теоретические аспекты. Уфа, 2008 (авторҙ.); Образовательная услуга — основа формирования финансового портфеля негосударственного вуза. Уфа, 2008 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика