ИЛЬИН Александр Алексеевич (14.12.1948, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нижегородка а. — 22.10.1997, Өфө), радиоинженер. В.И.Ульянов ис. Ленинград электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Башҡ‑н “Прогресс” ПБ‑нда эшләй: инженер-конструктор, 1977 й. алып төп инженер, 1979 й. — сектор нач., 1985 й. — “Рассвет” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы бүлеге нач.; 1987 й. башлап Өфө “Магнетрон” микроэлектроника з‑дында: баш инженер, 1992 й. алып төркөм етәксеһе. 1994 й. башлап “Роника сервис үҙәге” ЯСЙ-ның (Өфө) ген. директоры. И. ҡатнашлығында “Прогресс” ПБ‑нда махсус тәғәйенләнешле изделиелар үҙләштерелә, сығарылған продукцияны автоматлаштырылған тикшереү өсөн үлсәү приборҙары һ.б. эшләнә. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989).

М.Н.Ғиззәтуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018