ЗМИТРОЧЕНКО Дмитрий Никитович (15.9.1938, Белорус ССР‑ы Игольницы а.), төҙәтеүсе‑көйләүсе. 1960—94 йй. ӨПЭПБ‑ла эшләй: слесарьйыйыусы, электромонтажсы, 1965 й. алып төҙәтеүсе, 1967 й. — өлкән диспетчер, 1969 й. — һынаусы, 1970 й. — контроль мастеры, 1973 й. — электромеханик, радиотехник приборҙарҙы һәм системаларҙы төҙәтеүсе‑көйләүсе. З. ҡатнашлығында стратегик бомбардировщиктар, Ан, Ту, Як маркалы самолёттар өсөн навигация комплекстары сығарыла, тренажёр стендтар монтажлана һәм яйға һалына. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1979).

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика