ЗИННУРОВ Өлфәт Ғаяз улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ураҙ а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1994), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). 1968 й. алып Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй. 1970 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла: 1982—85 йй. лаб. мөдире, 1996 й. — менеджмент һәм маркетинг каф. мөдире. 1985—86 йй. Кама политехник ин‑тында (Яр Саллы ҡ.) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисад һәм интеллектуаль милек, инновацион эшмәкәрлек м‑н идара итеү мәсьәләләренә, менеджмент һәм маркетингыға арналған. З. баҙар иҡтисады шарттарында вуздар м‑н маркетинг идара итеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләй. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Маркетинг в деятельности вузов: теория и методы решения. М.; Уфа, 1993; Промышленный маркетинг. Уфа, 2010 (авторҙ.); Институциональные механизмы государственно-частичного партнёрства в развитии инновационной деятельности. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика