ЗӘЙНӘШЕВА Зарима Ғафар ҡыҙы (6.6.1954, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Бейбаҡты а.), иҡтисадсы. Иҡтисад ф. д‑ры (2005), проф. (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1977) Иглин көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комб‑тында иҡтисадсы, 1979 й. алып ӨДИСУ‑ла эшләй: 1994 й. — кадрҙарҙы әҙерләү, яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ф‑тының, 2003—14 йй. 2‑се юғары белем биреү ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге БР төбәгенең, урындағы үҙидараның хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе үҫеше мәсьәләләренә арналған. 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Формирование организационно‑экономических механизмов развития социальных услуг общественного сектора в регионе. М., 2009 (авторҙ.); Управление развитием сферы бытового обслуживания региона в современных условиях. Уфа, 2012 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика