ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы (1.11.1947, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а.), химик-органик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012). Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1972 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй: 1980 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 2006 й. алып БДУ‑ның органик химия каф. мөдире, 2013 й. — БР ФА Химия‑технология фәндәре бүлегенең акад.-секретары. Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи терпеноидтарҙың әүерелештәрен өйрәнеүгә һәм уларҙың биол. актив аналогтарын йүнәлешле синтезлау проблемаларына арналған. Пиретроидтарҙы һәм улар нигеҙендәге препараттарҙы (анометрин, баверсан), ш. уҡ умартасылыҡта ҡулланылған апилат, аскоцин препараттарын етештереү технологияһын уйлап табыусыларҙың береһе. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Синтез биологически активных веществ с использованием кетостабилизированных илидов серы //Панорама современной химии России. Современный органический синтез. М., 2003 (авторҙ.); Илиды серы в синтезе гетероциклических. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика